Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, йәкшәмбе киске сәғәт 9-ҙар тирәһендә М-5 федераль трассаһында «Рено Дастер» автомобиле «ДАФ» йөк машинаһы менән бәрелешә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтАвария һөҙөмтәһендә кроссоверҙа ултырған ике пассажир ҡатын үлемесле яралана, водитель ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла. Әле авария сәбәптәре тикшерелә.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ҡот осҡос фажиғәгә буран сығып, юлдағы боҙлауыҡ килтереүе ихтимал. Инспекторҙар бөгөн дә һауа торошоноң боҙолоп тороуын иҫәпкә алып, водителдәрҙе алыҫ юлға сығыуҙы кисектереп торорға кәңәш итә.