Ковид-госпиталь март урталарында тәүге пациенттарҙы ҡабул итә башлар тип көтөлә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров төбәккә сәфәре барышында төҙөлөш эштәре менән танышты. Уның билдәләүенсә, был объект Урал аръяғындағы башҡа медицина учреждениеларының эшен еңеләйтергә булышлыҡ итәсәк. Әле бында 400-ҙән ашыу кеше эшләй. Андрей Назаров хеҙмәткәрҙәр һанын арттырырға һәм эштәрҙе тиҙләтергә ҡушты.
Ҡурай тажы формаһында эшләнгән дауаханала инфекция бүлегенән тыш, интенсив терапия, экспресс-лаборатория, эндоскопия кабинеты, шулай уҡ ультратауыш һәм функциональ диагностика бүлмәләре буласаҡ. Дауаханала медицина ярҙамын бер үк ваҡытта иң күбе 230 пациент алыу мөмкинлегенә эйә. Йыраҡтағы сирлеләрҙе килтереү өсөн үҙәк биләмәһендә вертолет майҙансығы төҙөләсәк.
Андрей Назаров Иҫке Сибайҙағы мәктәп төҙөлөшө менән дә танышты. Эштәрҙең оҙаҡҡа һуҙылыуын иҫәпкә алып, намыҫһыҙ генераль подрядсы менән килешеү өҙөлгән. Уның башҡа дәүләт заказдары алыу мөмкинлеге лумаясаҡ. Ә бына яңы подрядсы эштәргә бөгөн тотонған.
Киләһе уҡыу йылын урындағы балалар яңы мәктәптә башлай алһын өсөн 21 августа барыһы ла тамамланасаҡ. Эштәр барышын Премьер-министр шәхсән контролдә тотасаҡ.