Башҡортостанда тәүге тапҡыр «Тай-тулаҡ» бәйгеһе үткәрелде

Ат өйрәтеү. «Тай-тулаҡ» конкурсында ҡатнашыусылар алдына ошондай бурыс ҡуйылды. Башҡортостанда бәйге тәүгә ойошторолдо. Төрлө райондарҙан һәм сит төбәктәрҙән килгән ҡатнашыусылар быға тиклем йүгәнләнмәгән тайҙы ауыҙлыҡланы. Бәйгене БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова күҙәтте.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Атты ауыҙлыҡлап, уға һыбай менергә генә түгел, мөмкин тиклем оҙағыраҡ йөрөргә лә кәрәк. Ярышта еңер өсөн конкурсанттар арҡан, йүгән һәм муйыл ағасынан эшләнгән ҡороҡ менән ҡоралланған. Һуңғыһы Бөрйән районы командаһына яҡшы һөҙөмтә күрһәтергә мөмкинлек бирә лә инде. Илнар Салауатов бәйгелә атаһы һәм ағаһы менән бер командала көс һынашты.

Аттан йығылырға ул ҡурҡмай. 12 йыл һыбай йөрөү осоронда Сергей Айсенов тиҫтәләгән тайҙы йүгәнләргә өйрәнгән.

Ысынлап та, конкурсанттарға һәр минут ҡәҙерле. Әйткәндәй, Сергей Айсенов бәйгене ҡабул итеүсе яҡ булараҡ иң беренсе булып ярыш майҙанына сыҡты. Ҡышҡыһын тибенлекәтрҙә, ә йәйгеһен йәйләүҙә үҫкән һәм быға тиклем һыбай йөрөргә өйрәтелмәгән тайҙы ауыҙлыҡлау кәрәк. Мауыҡтырғыс һәм көсөргәнешле ярыш булһа ла, ҡатнашыусылар өсөн ул хәүефле лә. Шуға күрә майҙанға сыҡҡан һәр кем страховкаланған булырға тейеш.

«Тай-тулаҡ» конкурсының төп маҡсаты – атты йүгәнләү оҫталығын күтәреү. Был процесс һыбайлы өсөн хәүефһеҙ үтергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта малға зыян килтерергә ярамай.

“Тай-тулаҡ” конкурсы Иҫке Сибай ауылы эргәһендә үтте. Башҡортостандың төрлө райондарынан, хатта сит төбәктәрҙән йыйылған 10-дан ашыу команда ҡатнашты. Сараны “Ирәндек” башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү фонды ойоштора.

Шулай уҡ башҡорт һыбайлылары өсөн хас булған “Ауҙарыш” һәм “Мәргән уҡсы” милли уйындары уҙғарылды. Сара ҡунағы, республика хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов әйтеүенсә, «Тай-тулаҡ” ярышын йыл һайын үткәреү планлаштырыла.

“Тай-тулаҡ”тың беренсе ярышы Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 210 йыл тулыуға арналды. Наполеон ғәскәрҙәрен еңеүгә ҙур өлөш индергән сыҙамлы башҡорт тоҡомло аттар һәм “Төньяҡ амурҙары” ҡаһарманлығы данланды.

Әлфинә Килдейәрова