Роликтар улар өсөн ябай мауығыу түгел, ә спорт. Өфөлә Бөтә Рәсәй роллерҙар конкурсы үтә. Ярышта илдең 10 төбәгенән йыйылған балалар, өлкәндәр ҡатнаша. Баш ҡалабыҙҙа дүртенсе йыл ойошторолған сәмле бәйгеләге тәьҫораттары менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким уртаҡлаша.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтӨфөлә йәшәүсе 9 йәшлек Камилла Мортазина роликтар буйынса ярыштарҙа даими ҡатнашып призлы урындар яулай. Әсәһе иһә хәҙер бөтә бәйгеләрҙең тоғро көйәрмәне. Быйыл Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй роллерҙар конкурсында ла Камилла ҡатнашыусылар исемлегендә.
Бөтә Рәсәй роллерҙар конкурсы Өфөлә дүртенсе тапҡыр ойошторолдо. Бәйгенең беренсе көнөндә малай-ҡыҙҙар көс һынашһа, икенсе көндө өлкәндәр ярышасаҡ. Ҡағиҙәләр бөтә ҡатнашыусылар өсөн бер - ваҡытҡа ҡаршылыҡтар аша үтеү, шорт трек спорт йүнәлешендә уҙышыу.
Башҡортостанда роллерҙар конкурсында 10 төбәктән йыйылған спортсылар көс һынаша. Уларҙың күбеһе был йүнәлештә киләсәктә профессиональ йәһәттән үҫешергә теләй. Ә был маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн тап ошондай бәйгеләр этәргес булып тора.
Флорида Ким