Был турала бөгөн республика Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерелде. Тәүге төркөм иртәгә поезд менән килә. Уларҙы урынлаштырыуға әҙерлек хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡортостан ҡала-райондарында Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан эвакуацияланған халыҡты ҡабул итеү өсөн ике тиҫтәгә яҡын пункт әҙерләнгән. Радий Хәбиров муниципаль берәмек башлыҡтарына шарттар менән барып танышыу, уңайлыҡтар тыуҙырыу бурысын ҡуйҙы.
Дуҫлыҡ бәлә килгәндә һынала. Оператив кәңәшмәлә сығыш яһаған Башҡортостан митрополияһы башлығы Никон әйтеүенсә, республиканың мәжбүри күсеүселәргә ярҙам ҡулы һуҙыуы ыңғай күренеш. Йорт-ерһеҙ ҡалған халыҡ әле изге кешеләрҙең хәстәренә мохтаж. Әйткәндәй, митрополия етәксеһе үҙе лә бөгөн «Ватан алдындағы хеҙмәте өсөн» ордены менән бүләкләнде, был 30 йылдан ашыу милләт, конфессия-ара татыулыҡ һағында торған шәхестең хеҙмәтенә лайыҡлы баһа.
Министрлыҡ, ведомстволар етәкселәре әйтеүенсә, Башҡортостанға эвакуацияланған халыҡ өсөн бар шарттар ҡарала. Йәшәү урындарынан тыш, предприятиелар эшкә урынлашырға теләүселәргә 8 меңдән ашыу вакансия тәҡдим итә. Белем усаҡтары, урта һөнәри һәм юғары уҡыу йорттары уҡыусыларҙы, студенттарҙы ҡабул итергә әҙер. Медицина ярҙамы күрһәтеү менән дә проблема булмаҫ тип көтөлә. Коронавирус инфекцияһы таралыу менән бәйле хәл дә конторолдә тотола.
Әлбиттә, Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан эвакуациялауға бәйле төрлө фекерҙәр бар. Әммә күҙәтеү мәрхәмәтле кешеләрҙең күберәк булыуын иҫбатлай. Халыҡтың төп өлөшө ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам ҡулы һуҙыу яҡлы.
Әле «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең төбәк бүлексәһендә йәмәғәт ярҙамы штабы ойошторолған, «Ғаилә» үҙәктәрендә эвакуацияланған кешеләр өсөн әйберҙәр йыйыу башланған, аҡсалата ярҙам да күрһәтергә мөмкин. Белгестәр әйтеүенсә, мәжбүри күсеүселәр әле һәр кемдең ярҙамына, хәстәренә мохтаж.
Рәмзиә Кәримова