Башҡортостан милли музейында «Евразия халыҡтарының эпик мираҫы» күргәҙмәһе асылды

Тамашасылар үҙенсәлекле экспонаттар аша 20-нән ашыу халыҡтың боронғо көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре, эпостарҙағы героик образдары менән таныша ала. Бай йөкмәткеле күргәҙмәлә йәштәр өсөн оҫтаханалар ойоштороу күҙаллана. Күп төрлө тарихи сығанаҡтарҙы берләштергән экспозиция Өфөлә бер ай дауамында асыҡ була. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Йәшәү һәм үлем, үлемһеҙлек, яҡшылыҡ һәм яманлыҡ. Меңәр йыл элек барлыҡҡа килгән ауыҙ-тел ижады ҡомартҡылары Башҡортостан милли музейы күргәҙмәһендә урын алды. Ер шарында барлыҡҡа килгән иң боронғо эпостарҙың береһе «Урал батыр «ҙа үҙенсәлекле эскспозицияла иғтибар үҙәгендә булды.

Милли музейҙа 20-нән ашыу эпос буйынса экспозиция ойошторолдо. Һәр милләттең эпосы темалары, йөкмәткеһе, ижади ҡарашы менән айырылып торҙо. Шулай ҙа жанр күҙлегенән уларҙың уртаҡ героик мәғәнәһе сағылды. Байтаҡ һүрәттәрҙең авторы Әмир Мәжитов образдарҙы онотолмаҫлыҡ итеп күрһәтергә тырыштым тип уртаҡлашты.

Боронғо эпостар һәр милләттең ғорурлығы булып тора. Уларҙы өйрәнеү аша милләтең бөгөнгөһө барлана, ти тарих белгестәре.

Ата-бабалар йәш быуынға рухи яҡтан бай, әхләҡи күҙлектән дөрөҫ йәшәгән ғаилә ҡиммәттәрен, илһөйәрлек менән янған образдарҙы ҡалдырған. Шуға ла экспозиция тәү сиратта тәрбиәүи маҡсаттарға таянып төҙөлгән.

«Евразия халыҡтары эпик мираҫы» күргәҙмәһен ойоштороу буйынса күп яҡлы эш бер нисә йыл дауамында алып барылған. Тарихи экспозицияны тулыландырыу, уның йөкмәткеһе өҫтөндә эшләү дауам итәсәк.

Флорида Ким