Урта һөнәри белем биреү системаһын үҫтереүгә 2030 йылға тиклем 4 миллиард һум аҡса йүнәлтелә

Был турала Радий Хәбиров бөгөн һөнәри белем буйынса Республика советының тәүге ултырышында белдерҙе. Сарала министрлыҡтар, ведомстволар, уҡыу йорттары етәкселәре ҡатнашты. Осрашыуҙа һүҙ тармаҡтағы көнүҙәк проблемалар, уларҙы хәл итеү юлдары тураһында барҙы. Улар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостан урта һөнәри белем биреү учреждениеларының иҫәбе буйынса лидерлыҡты биләй. Әле республикала 100-гә яҡын колледж һәм 4 тиҫтәнән ашыу филиал эшләп килә. Уларҙа 100 меңдән ашыу йәштәр төрлө һөнәр нескәлектәрен үҙләштерә. Урта һөнәри уҡыу йорттары халыҡ хужалығының бар тармаҡтары өсөн дә кадрҙар әҙерләй. Әммә шуға ҡарамаҫтан эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ ҙур.

Проблема кадрҙар етешмәүҙә генә түгел. Заман урта һөнәри белем биреү системаһынан юғары әҙерлекле белгестәр талап итә. Был бөтә тармаҡтарға ла ҡағыла. Мәҫәлән, ауыл хужалығы. Хәҙер был өлкәлә эшләү өсөн техниканы йөрөтә белеү генә етмәй, трактор комбайндар компьютерҙар менән йыһазландырыған, заман технологияларын үҙләштереү ҙә шарт.

Урта һөнәри белем-биреү системаһының матди-техник базаһын нығытыу йәһәтенән республикала уҙған «Ворлдскилс» чемпионаты тос өлөш индергән. Конкурста ҡулланылған донъяуи кимәлдәге лабораториялар, ҡоролмалар Башҡортостан колледждарына тороп ҡалған.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа урта һөнәри белемгә ихтыяж арта. Эшсе һөнәрҙәрҙең абруйы күтәрелеүе ҡыуаныслы күренеш, әммә шарттарҙы ла яҡшыртыу мөһим, тине Башҡортостан башлығы. Ошо маҡсатта республика тармаҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән эҙмә-эҙлекле эш башлай.

Йәғни йыл һайын биш еңеүсегә 30 миллион һум күләмендә грант бирелә. Бынан тыш, киләһе йылдарҙа биш филиал ишектәрен аса. Улар алдағы йылдарҙа ҡыҫҡартылып ябылыуға дусар булған. Шулай уҡ Радий Хәбиров Башҡортостан биләмәһендә эшләгән ҡеүәтле предприятиеларға эшсе кадрҙар әҙерләү буйынса кәңәшмә уҙғарыу бурысын да ҡуйҙы.

Рәмзиә Кәримова