2020 йылдан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса мәктәптәрҙә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов кластары ойошторола башлағайны. Әлегә үҫмерҙәр өсөн баш ҡаланың өс мәктәбендә махсус программа буйынса уҡытыу ойошторолған, спорт һәм хәрби әҙерлеккә төп баҫым яһала. Илһөйәр һәм көслө рухлы быуын менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина аралашты.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтКолонна залы буйлап Башҡортостан, Рәсәй флагтарын, 112-cе Башҡорт кавалерия дивизияһының байрағын тотҡан саф үтә. Йәш шайморатовсыларға ҡабул итеү тантанаһына Өфөләге ике күп профилле полилингваль белем усағы һәм Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатынан 86 уҡыусы саҡырылған. Дәүләт гимндары яңғырағандан һуң, ҡыйыу һәм тәүәккәл үҫмерҙәрҙе төбәк етәксеһе Радий Хәбиров сәләмләне.
Йәш шайморатовсылар тантаналы шарттарҙа легендар генерал исемен намыҫ менән йөрөтөргә, тыуған яғының лайыҡлы улдары һәм ҡыҙҙары булырға, Ватан алдындағы бурысты үтәргә һәм «Салауат тоҡомдары сигенә белмәй» девизына тоғро ҡалырға ант бирҙе. Быға тиклем Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатынан тик егеттәр генә «шайморатов» кластарына алынһа, быйылғы саф ун ике ҡыҙға байыны.
Шайморатов кластарында белем алыусыларға берҙәм мәктәп формаһы индерелгәйне, уҡыусылар ҡаҙаныштары өсөн “Йәш шайморатовсы” билдәһе менән бүләкләнә. Быйыл бәхетле исемлектә туғыҙ үҫмер. Йәш патриоттарҙы Радий Хәбиров шәхсән үҙе тәбрикләне.
Республика етәкселеге билдәләүенсә, әлегә республикала «шайморатов» класының стандарты булдырыла. Унда уҡыу, мәктәптән тыш саралар, патриотик тәрбиә, физик әҙерлек буйынса талаптар билдәләнергә тейеш. Был стандарттарға яуап биреү еңелдән булмаясаҡ. «Шайморатовсылар» исемен яуларға тура киләсәк. Тиҙҙән Башҡортостандың башҡа белем усаҡтарына ла эстафета тапшырыла
Шайморатовсы булыу – айырым мәртәбә. Хәрби хеҙмәтте илдең Милли гвардияһында дауам итергә теләүселәр, легендар комдив исемен йөрөткән махсус йүнәлештәге айырым отрядҡа өҫтөнлөклө тәртиптә ҡабул ителә ала. Был турала сара сиктәрендә билдәләнде. Тантана аҙағында балалар оло ғорурлыҡ менән гимнға әүерелгән «Шайморатов генерал» йырын башҡарҙы.
Гөлназ Хәйбуллина