Башҡортостан Луганск һәм Донецк халыҡ республикаһынан 2 меңдән ашыу кешене ҡабул итергә әҙер

Ошо маҡсатта ваҡытлыса йәшәү пункттары ойошторолған. Шул уҡ ваҡытта район-ҡалаларҙа мәжбүри күсенеүселәр өсөн гуманитар ярҙам йыйыла. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ҡунаҡхана бүлмәләре, бәлки, өй йылыһын алмаштыра алмаҫ, шулай ҙа ваҡытлыса йәшәү урыны булараҡ мөмкин тиклем уңайлы ҡоролған. Күп балалы ғаилә килгән осраҡта, һәр ҡайһыһына йыйылма карауаттар өҫтәргә мөмкин. Рима Баталова исемендәге спорт үҙәге – Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында йәшәүселәрҙе ҡабул итәсәк иң ҙур объекттарҙың береһе. Дөйөм алғанда, ул 150 урынға иҫәпләнгән.

Шул уҡ ваҡытта Өфөләге спорт әҙерлеге үҙәге эшмәкәрлеге туҡтатылмай. Күнекмәләр һәм ярыштар штат режимда үтәсәк. Спортсылар өсөн ҡунаҡханала иллегә яҡын йәшәү урыны ла ҡалдырылған. Әйткәндәй, Башҡортостанға Луганск менән Донецк халыҡ республикаларынан килеүселәргә ваҡытлыса урынлашыу өсөн 25 пункт әҙерләнгән. Улар 2370 кешегә иҫәпләнгән. Ихтыяж булғанда өҫтәмә урындар булдырыу мөмкинлеге бар. Учалы районындағы балалар күп профилле шифахана ла кескәйҙәрҙе һауыҡтырыу эшмәкәрлеген ваҡытлыса туҡтатҡан. Бында балалы ғаиләләр ҡабул ителәсәк.

Ваҡытлыса йәшәү урындары менән тәьмин ителеүселәргә көнөнә өс тапҡыр туҡланыу ойоштороу ҡаралған. Мохтаждар өсөн медицина, психологик ярҙам да күрһәтеләсәк. Балаларҙың уҡыу процессына килгәндә, райондың мәғариф учреждениелары үҫеп килгән быуынды ҡабул итергә әҙер.

Рөстәм Латипов, «Урал» балалар күп профилле шифаханаһы баш табибы

Мәжбүри күсеүселәр һәр кемдең иғтибарына мохтаж. «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең төбәк бүлексәһендә йәмәғәт ярҙамы штабы ойошторолған, «Ғаилә» үҙәктәрендә эвакуацияланған кешеләр өсөн әйберҙәр йыйыу башланған, аҡсалата ярҙам да күрһәтергә мөмкин. «Таҙа йөрәк» Хәйриә фонды ла Дәүләт Думаһы депутаты Ризуан Ҡорбанов исеменән көнкүреш техникаһы һәм аҙыҡ-түлек тупланмалары тапшырҙы.

Гуманитар ярҙам йыйыу буйынса пункттар республиканың һәр район-ҡалаһында ойошторолоп, ял көндәрһеҙ һәм тәнәфесһеҙ эшләй. Йәмәғәт штабы белгестәре билдәләүенсә, ярҙам күрһәтеүселәр араһында алты йыл элек сыуалыштар башланыуға бәйле Донецкиҙан Башҡортостанға күсенергә мәжбүр булған ҡатын да булған.

Дин әһелдәре лә халыҡты берҙәм булырға, хәстәрлек күрһәтергә, изге эштәргә саҡыра. Донецк менән Луганскиҙан килеүселәргә ҡарата туғандарса мөнәсәбәт булырға тейеш тигән ҡарашталар.

Донецк менән Луганск республикалары халҡының ни тиклем ауыр хәлдә ҡалыуын беҙ аңлайбыҙ. Өйҙәрен ташлап китергә мәжбүрҙәр. Араларында балалар, өлкән йәштәгеләр күп. Шуға күрә төп бурысыбыҙ – тыуған йортобоҙҙа уларҙы яҡшы итеп ҡаршы алыу. Берҙәм һәм бер- беребеҙгә ҡарата ихтирамлы булайыҡ.

Дан Кричевский, Башҡортостандың баш раввины

Донецк менән халыҡ республикалары халҡын йылы ҡабул итеү беҙҙең төп бурысыбыҙ» тип билдәләне республика етәкселеге лә. Әйткәндәй, ситуация үҙәгенә килгән мөрәжәғәттәр буйынса Башҡортостанда йәшәүселәр араһында үҙ йорттарында эвакуацияланған кешеләрҙе ҡабул итергә әҙер булыусылар ҙа бар.

Гөлназ Хәйбуллина