Өс факсимиле, йәғни мәмерйәләге һүрәттәрҙең дөрөҫ күсермәһе Францияла эшләнгән. «Көнбайыш», «Көнсығыш», «Аттар һәм тамғалар» панноларын монтажлау, тоташтырылған урындарын буяу эштәре тамамланыу алдында. Белгестәр менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова аралашты.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтАльтамир, Ласко, Шове кеүек «Шүлгәнташ» та донъяның иң әһәмиәтле мәмерйәләре исемлегендә. Быны Андорра рестовратор Эудаль Гийамет та билдәләй. Белгес 2015 йылдан алып «Шүлгәнташ» мәмерйәһендәге рәсемдәрҙе өйрәнә. Ул факсимиле, йәғни һүрәттәрҙең ысынбарлыҡҡа яҡын булған, дөрөҫ һәм тулы күсермәһен эшләргә лә ярҙам итә.
Рәсәйҙә аналогы булмаған берҙән-бер музей комплексын Франция белгестәре эшләгән паннолар биҙәйәсәк. Ҡая сәнғәтен реставрациялауҙа Ален Далес командаһының тәжрибәһе ҙур. Быға тиклем ул ил кимәлендә билдәле булған мәмерйәләрҙең факсимилеһын эшләй. Был ваҡыт эсендә Монтиньяҡ ҡалаһындағы оҫтахана етәксеһе панноларҙы эшләү техникаһын камиллаштыра. «Шүлгәнташ» менән бер рәттә ул Коске һыу аҫты мәмерйәһендә табылған һүрәттәрҙең күсермәһен әҙерләү менән дә шөғөлләнә.
Әҙер һәм етешәр өлөшкә бүленгән паннолар Франциянан Бөрйәнгә 12 көн буйы килтерелә. Уларҙы урынлаштырыуҙа башҡорт белгестәре ҡатнаша. Тоташҡан урындарын рестовраторҙар урында уҡ буяй. Палетолит осоронда йәшәгән тәүторомош рәссамдарының иң сағыу эҙҙәрен хәҙер музейҙа ла күрергә мөмкин.
Мәмерйәлә «Аттар һәм тамғалар» һүрәттәре Шүлгән йылғаһы аҫтында урынлашҡан. Дымлылыҡтың юғары булыуы арҡаһында ҡая кальцит менән ҡапланған. Рестовраторҙар әйтеүенсә, һүрәттәрҙең күп өлөшө әле лә кальцит ҡатламы аҫтында ҡалыуы ихтимал. Бының турала «Т» хәрефенә оҡшаған тамға һөйләй. Юнеско исемлегенә ингәндән һуң ғына, ҡая составын ныҡлы өйрәнеп быға тиклем билдәле булмаған һүрәттәр асыҡланыуы ихтимал.
7 экспозиция залынан торған музейҙы апрель башында асыу күҙаллана. Лаборатория, конференция залдары, архив фондтар ғалимдарҙы йәлеп итер, тигән өмөт бар. Йәйге осорға ғына дүрткә яҡын ҙур сара үткәреү күҙаллана. «Шүлгәнташ» мәмерйәһенә килгәндә, рәсемдәрҙе концервациялау кәрәкмәй, бары тик климатты күҙәтеп тороу талап ителә, ти рестовраторҙар.
Әлфинә Килдейәрова