Башҡортостан халҡы быйыл ике тапҡыр Советтар Союзы геройы Муса Гәрәевтың 100 йыллығын билдәләй

Быға бәйле республика төбәктәрендә юбилей сараларын ойоштороу ҡаралған. Бөгөн Башҡортостан Милли архивында легендар летчиктың шәхси документтары киң йәмәғәтселеккә сығарылды. Улар араһында фотолар айырым урын биләй. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ике тапҡыр Советтар Союзы геройы тураһында төшөрөлгән уникаль яҙма. Кадрҙарҙа Муса Гәрәевтың әсәһе, ауылдаштары менән осрашыуы. Тере тарих һаҡлаған материалдан тыш, Башҡортостандың Милли архивында милләттәшебеҙҙең шәхеснамәһе лә бар. Үҙ ҡулдары менән яҙған документтар, награда ҡағыҙҙары, фотоһүрәттәр тарих биттәренә инеп ҡалған. Фотоларҙың ҡайһы берҙәре киң йәмәғәтселеккә сыҡмаған.

250-нән ашыу хәрби осош, ҡыйратылған йөҙҙәрсә дошман полктары. Муса Гәрәевҡа тәүге батырлыҡтарын күрһәткәндә 23 йәш тә тулмаған була. Энгельс хәрби аваиация мәктәбен тамамалап, 1942 йылда фронтҡа оҙатылған егет беренсе көндән үк ҡыйыулығы менән таң ҡалдыра. «ИЛ» самолетында күк йөҙөн ҡыйғыр ҡоштай айҡаған летчик ике йылдан гвардия командиры итеп тәғәйенләнә. Тар-мар итеү мәлен фотоға төшөрөү бурысы ла тап Муса Гәрәевҡа йөкмәтелә.

Әйткәндәй, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, республикала Муса Гәрәевтың 100 йыллығына арналған саралар йыл дауамында үтер тип көтөлә. Башҡортостандың иң оҫта авиамоделдәрен, көрәшселәрҙе асыҡлау, шәхестең тыуған яғы Илеш районында күләмле эштәр башҡарылыуы шулар иҫәбендә.

Азат Ғәлиуллин