Республикала Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан тантаналы митингтар һәм батырлыҡ дәрестәре үтә

Өфөнөң Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арналған иҫтәлекле урындарында ла тантаналы митингтар ойошторолдо. Илһөйәрлек саралары хаҡында киләһе яҙмала.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Өфөнөң Ленин районында урынлашҡан 1-се лицейҙа Ил һаҡсылары көнө уңайынан ойошторолған сара Бөйөк Ватан һуғышы яугиҙарына арналған стела янында үтте. Был исемлектә илебеҙҙе фашист илбаҫарҙарынан һаҡлаған һалдаттарҙың исем-шәрифтәре

ташҡа баҫтырылған. Мәрмәр обелиск үткән быуаттың етмешенсе йылдарында ҡуйылған. Уны ошо мәктәп уҡыусылары һәм мәғариф ветерандары колхоз баҫыуҙарында эшләп тапҡан аҡсаға төҙөткән. Ярты быуаттан ашыу стела Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарын иҫкә алыу һәм хөрмәт күрһәтеү урыны булып хеҙмәт итә.