Әбйәлил районында Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимов иҫтәлегенә саңғы ярышы уҙҙы

Район кимәлендә ойошторолған бәйге быйыл тәүге тапҡыр сит төбәк спортсыларын да ҡабул итте.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Таһир Кусимов үҙе лә йәш сағында саңғы менән мауыға. Халҡыбыҙҙың бөйөк улы 1934 йылда ҡышҡы спорт төрҙәрендә көсөн һынай. Ҡазан гарнизонында ойошторолған саңғы һәм атыуҙа беренсе урын яулай. Артабан ул хәрби-уҡыу йорттарының союз кимәлендәге ярыштарында тәүге 12 спортсы араһына инә. Күсем ауылындағы сираттағы бәйгегә сит төбәктәрҙән дә ҡунаҡтар килгән. Шуларҙың береһе Илдар Әғзәмов былтыр Башҡортостан делегацияһы составында Луганск халыҡ республикаһына барған.

Быйыл февралдә Таһир Кусимовҡа 113 йәш тулған булыр ине, асыҡ район саңғы ярышында ла шунса спортсы ҡатнашты. Саңғысыларҙың иң кесеһенә 7 йәш булһа, иң олоһона 74 йәш булды. Был юлы ла Әбделмәмбәт, Ҡаҙмаш, Рауил һәм Аһылай мәктәптәре ҙур тырышлыҡ күрһәтте. Бәйге ойоштороусылар уларға саңғы комплекттары бүләк итте.