Исеме халыҡ хәтерендә. Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы Әбйәлил районы Байым урта мәктәбендә афған һуғышы ветераны Хәләфетдин Йосоповтың иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһе үтте. Сарала яугир-интернационалистың туғандары, хеҙмәттәштәре һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Тулыраҡ киләһе репортажда.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтӘбйәлил районы мәктәптәренән килгән уҡыусылар тигеҙ сафтарҙа уҙа, Калашников автоматын һүтеп-йыйыуҙа ярыша, спорт күнекмәләре эшләй, хәрби йырҙарҙы башҡара. Яугир-интернационалист Хәләфетдин Йосопов та заманында ошондай уҡ патриотик сараларҙың уртаһында ҡайнай. Белем усағында өйрәнгәне хәрби хеҙмәткә алынғас та кәрәк була. Ул афған һуғышына эләгә.
Яугир-интернационалистың яҡындары әйтеүенсә, патриотик тәрбиә егеткә тыуған нигеҙҙә лә һалына. Йосоповтар ғаиләһендә барыһы ла ил алдындағы хәрби бурысын үтәгән, улар үҙҙәрен физик яҡтан да сыныҡтыра. Сарала 83 йәшлек Шәйхетдин Йосоповтың йәштәрҙән ҡалышмай спорт күнекмәләрен эшләүе шуға асыҡ миҫал.
Хәләфтедин Йосоповҡа афған һуғышында булырға тура килһә, ҡустыһы Нур Төньяҡ Кавказдағы хәрби бәрелештәрҙә ҡатнаша. Ир-егеттәр һәр заманда ла хәрби бурысын үтәргә әҙер булырға тейеш, ти ул.
Яугир-интернационалист белем алған Байым урта мәктәбе уҡытыусылары әйтеүенсә, бындай саралар йәш быуынға патриотик тәрбиә биреүгә булышлыҡ итә. Уҡыусылар тыуған төйәктәренең тарихын белеп үҫергә тейеш, ти педагогтар.
Хәтер кисәһе спорт ярыштарына ла, мәҙәни конкурстарға ла бай булды. Райондың төрлө белем усаҡтарынан килгән командалар хәрби әҙерлеген күрһәтте, ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәгән илһөйәр яҡташтарын иҫкә алды.
Рәмзиә Кәримова