Һуңғы осорҙа Бишбүләк үҙәк район дауаханаһы меценаттарҙың иғтибары үҙәгендә. Урындағы эшҡыуарҙар, ирекле рәүештә медицина ойошмаһын коронавирустан шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин итеү йөкләмәһен үҙ өҫтөнә алған.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтОло йәштәгеләрҙе коронавирустан ҡурсалау өсөн төбәктә өҫтәмә вакциналау пункты ла асылған. Бишбүләктә ковидҡа ҡаршы күрелгән саралар менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин танышты.
Табиптарға ихлас ярҙам. Бишбүләк районында танылған эшҡыуар Нәйлә Фәйзуллина һуңғы осорҙа дауаханаға йыш килә. Маҡсатым коронавирус менән көрәштә алғы һыҙыҡта торған аҡ халатлыларға ҡулдан килгәнсе ярҙам итеү, ти эшлекле ханым.
Район үҙәк дауаханаһы, дарыуҙар һәм һаҡланыу саралары менән тулы кимәлдә тәьмин ителеүгә ҡарамаҫтан, аҡ халатлылар хәйриә ярҙамынан баш тартмай. Медицина учредениеһында битлек һәм антисептиктарға һәр ваҡыт ихтыяж була. Ауыр осорҙа, замандаштарыбыҙҙың изгелек ҡылырға ынтылышы ҙур әһәмиәткә эйә, ти үҙәк район дауаханаһы баш табибы Андриан Павлов. Пандемияның бишенсе тулҡыны Бишбүләктә тыныс үтә.
Бишбүләктә вакциналанырға тейешле халыҡтың барыһы ла прививка эшләткән.Урындағы табиптар районда коллектив иммунитет булдырылған тип ышаныслы рәүештә әйтә ала. Шуға ҡарамаҫтан сир таралыуын иҫкәртеү һәм унан һаҡланыуға етди иғтибар бүленә.
Районда бигерәк тә оло йәштәгеләрҙе вирустан ҡурсалауға иғтибар көслө. Яңыраҡ урындағы физкультура һауыҡтырыу комплексында вакциналау пункты асылған. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа, Совет осоронда илебеҙ иҡтисадын тергеҙеү һәм үҫтереүгә тос өлөш индергән быуын вәкилдәре айырым бүлмәлә прививкалана.
Күп осраҡтарҙа уларҙы прививкалау пункттарына еңел автомобилдәрҙә килтерәләр. Оҙайлы сираттар юҡ, һәр кемгә шәхсән иғтибар. Ололарҙы ололау, уларҙың сәләмәтлеген даими хәстәрләү һөҙөмтәһен бирә. Хаҡлы ялдағыларҙың барыһы ла тиерлек вакцина эшләткән. Прививка яһатыу пункттарына уларҙың күбеһе ҡайтанан вакцина ҡаҙатыу өсөн генә килә.
Рафиҡ Әхмәтшин