Луганск һәм Донецк республикаларынан килеүселәр өсөн 25 ваҡытлыса йәшәү урыны булдырылған

2 меңдән ашыу кеше килеүе көтөлә. “Донбасс халҡының ниндәй ауырлыҡтар кисереүен беләбеҙ. Улар тыуған йорттарын ҡалдырырға мәжбүр. Беҙ уларҙы ҡабул итергә, мәрхәмәтлек күрһәтергә тейеш. Йөрәк йылыһын өләшәйек”, - тип белдерҙе Рәсәй мосолмандары Диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Донбастан эвакуацияланған граждандар өсөн Башҡортостанда эш урындары әҙерләнә. Төрлө һөнәрҙәр буйынса 8 мең вакансия тәҡдим ителә.  Республика Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова:

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республикала эвакуациаланыусыларға гуманитар ярҙам туплау дауам итә. Уның штабы "Берҙәм Рәсәй" сәйәси фирҡәһенең төбәк башҡарма комитетында урынлашҡан. Йәшәгән урындарын ҡалдырып, Рәсәйгә һыйынған халыҡҡа тәү сиратта көндәлек гигиена әйберҙәре, йылы кейем-һалым кәрәк булыуы ихтимал. “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Гөлнара Кирәева.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Донбастан эвакуацияланған кешеләргә ярҙам буйынса мөрәжәғәттәр Ситуация үҙәгендә ҡабул ителә. Ул көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Бәйләнеш телефоны: 218-19-19, Өфөнөң коды: 347.