Батыр яҡташтарыбыҙ генерал Миңлеғәли Шайморатов ордены менән бүләкләнде

Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡыйыулыҡ күрһәткән 7 кешегә Шайморатов орденын тапшырҙы. Уларҙың береһе – Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары хәрби комиссары Ринат Ғималов. Уның етәкселегендәге хәрбиҙәр 2003 йылда Көньяҡ Осетияла мөһим дәүләт объектын һаҡлап ҡала. Ошо уҡ йылда Ринат Нуретдин улы сауҙа үҙәгенә шартлатҡыс ҡуйылыуын асыҡлай һәм террор ғәмәлен туҡтатыуға өлгәшә. “Шайморатов минең яҡташым. Уның исемендәге орден кавалеры булыу ҙур ғорурлыҡ”, - ти Ринат Ғималов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Генерал Шайморатов ордены 2020 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы буйынса булдырылды. Тәүге награда менән 112-се башҡорт атлылары дивизияһы яугиры Мөғин Нагаев бүләкләнде.