Муса Гәрәевтың тыуыуына йөҙ тулыуға арналған байрам саралары легендар хәрби летчиктың тыуған көнө 9 июлдә Өфөлә һәм Илештә уҙғарыласаҡ. Ошо уңайҙан баш ҡалала һәм тыуған ауылында ла ике тапҡыр Советтар Союзы геройына һәйкәл ҡуйыласаҡ.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБыл турала Өфөләге Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осоу әҙерлеге менән дөйөм белем биреү мәктәп-интернатында уҙған кәңәшмәлә белдерҙеләр. Радий Хәбиров шулай уҡ кадеттарҙың уҡыу, йәшәү шарттары менән дә ҡыҙыҡһынды. Буласаҡ хәрбиҙәрҙе байрам менән ҡотлап, рәхмәт ҡағыҙҙары тапшырҙы.
Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә кейенеп плацҡа сығып баҫыу Республика башлығы килгәндә генә түгел. Етеҙлек, теүәллек, бөхтәлек һәм тәртип уларҙың ҡанына һеңгән. Хәрби әҙерлек үтеүҙә башҡаса мөмкин түгел. Бигерәк тә буласаҡ летчиктар өсөн.
Ләкин кадеттарҙың тормошо плацта ғына түгел. Кирза итектәр йыш ҡына еңел аяҡ кейеменә алыштырыыыла. Дөйөм белем биреү мәктәбендәге кеүек курсанттар ҙа уҡый, яҙа, белем үрҙәрен яулай. Бында хатта сит төбәктәрҙән килгән егеттәр ҙә башҡорт телен өйрәнә.
Әле мәктәп интернатта 5 рота, йәғни 323 егет уҡый. Унынсы кластан алып улар тәү тапҡыр ҡанатҡа ҡуйыла. Йәғни, самолет штурвалы артына ултыралар. Тәүге һауаға күтәрелеү киләсәктә кемдең кем булырын билдәләй ҙә инде.
Ғәҙәттә башланғыс осоу әҙерлеге үтеүгә хәрби династияларҙа тәрбиәләнеүселәр килә. Инсафта ла күк көмбәҙенә булған һөйөү олатаһынан күскән.
Парашюттарҙы күк зәңгәре менән тултырыу уларҙың һөнәре. Кадеттарҙың байтағы өс-дүрт тапҡыр парашют менән һикереп өлгөргән. Республикала бәләкәй авиацияның һаҡланып ҡалыуы буласаҡ десантсыларҙы, летчиктар тәрбиәләүгә ҙур ярҙам.
Әммә уҡыу, спорт майҙандарының етмәүе генә ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Ә бит хәрби мәктәп тап сәләмәтлеккә ҙур иғтибар бирә.
Физик культура өсөн залдың юҡлығын Радий Хәбиров ваҡытлыса Рима Батталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге ярҙамында хәл итергә тәҡдим итте. Киләсәктә иһә өҫтәмә биналар төҙөргә ниәт бар.
Муса Гәрәевтың тыуыуына йөҙ йыллыҡты билдәләгәндә лә уның исемен йөрөткән мәктәп кадеттары саралар үҙәгендә буласаҡ. Байрамды 9 июлдә Өфөлә һәм легендар летчиктың тыуған яғы Илештә уҙғарыу ҡарала. Баш ҡалала Дан бульвары төҙөкләндерелеп ике тапҡыр Советтар Союзы геройының һәйкәле ҡуйылһа, тыуған ерендә лә Муса Гәрәев һыны мәңгеләштереләсәк.
Айнур Кәбиров