Быуатлыҡ ғүмер. Иглин районы Красный Восход ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәйфә Насирова 100 йәшлек юбилейын билдәләне. Юбилярҙы яҡындары ғына түгел, ил етәкселеге лә ҡотланы. Уға Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Ҡотлау хаты тапшырылды. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт1922 йылдың буранлы айында донъяға килгән Рәйфә Насированың хәтеренә, хатта көнләшеп тә ҡарарлыҡ. Ул ғүмер йомғағы ваҡиғаларын дүрт йәш сағынан иҫләй. Тәүҙә ул ғәрәп графикаһында, унан һуң, латиница уҡырға-яҙырға өйрәнә. Теүәл фәндәрҙе үҙ итеүе Рәйфә Ғәбдрәүеф ҡыҙы 17 йәшендә үк математика уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша. Тәүге отпускыһы 1941 йылға тура килә.
Рәйфә Насирова 1942 йылдың майында фронтҡа эләгә. Сталинградты илбаҫарҙарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Артабан яу юлы менән ул Украинаға тиклем барып етә. Бөйөк Еңеү яҙын Одесса ҡалаһында ҡаршы ала.
Тыныс тормошта Рәйфә Насирова мәғариф тарамғына хеҙмәт итә. Тормош иптәше, шулай уҡ фронтовик, уҡытыусы Зариф Ғиләж улы менән бергә алты балаға ғүмер бирә. Бөгөн өлкәндәре 75, ә кесе ҡыҙы 65 йәштә. Бер быуат эсендә Рәйфә Ғәбдрәүеф ҡыҙы тормоштоң әсеһен дә сөсөһөн дә татый. Бөгөн иһә ул үҙ нәҫел-тамырының 38 балаһына ҡыуанып, бәхетле ҡартлыҡта йәшәй.
Азат Ғәлиуллин