10 мең вольтлы токка һуғылып иҫән ҡалған малай Мәскәүҙә бионик ҡул протездарын кейеп ҡараны.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтХәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бәхетһеҙ осраҡҡа Илназ былтыр йәйгеһен тарый. Ҡул суҡтары ныҡ зарарланыу һөҙөмтәһендә табиптар уның ҡулдарын һаҡлап ҡала алмай. 3 миллион һумдан ашыу торған протездарҙы «Сколков» инновация үҙәгенең резиденты булған Рәсәй “Моторика” компанияһы эшләгән.
Әле конструкция камиллаштырыла, уны кейеп ҡарағандан һуң, ҙурлығын тап килтереү талап ителә. Белгестәр әйтеүенсә, киләһе аҙна протез тулыһынса әҙер булыр тип көтөлә. Был юлы Илназ «Моторика» компанияһы үткәргән «Перепись Киборгов» сараһында ла ҡатнашты.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2021 йылдың июлендә «Моторика» компанияһы менән Башҡортостан Хөкүмәте хеҙмәттәшлек итеүгә ҡул ҡуйғайны. Былтыр Башҡортостандан барлығы 21 кеше функциялы ҡул протезы алған. Быйыл тағы 30 протез ҡуйылыр тип көтөлә.
Әлфинә Килдейәрова