Башҡортостан башлығы Донбасс республикаларының бойондороҡһоҙлоғон танылыуын хупланыБашҡортостан башлығы Рәсәй Президентының Донбасс республикаларының бойондороҡһоҙлоғон таныуын тулыһынса хуплай. Был турала бөгөн республика башлығы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы ултырышта белдерҙе. «Торатау» Конгресс-холы сәхнәһендә шулай уҡ, Шайморатов ордены кавалерҙарын тәбрикләнде.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБыйыл Ватанды һаҡлаусылар көнө илебеҙҙә һынылышлы осорға тура килде. «Торатау» конгресс холлы фойеһында офицерҙарҙың күбеһе ил президентының тарихи ҡарары буйынса фекер алыша. 1-се ранг капитаны Мансур Ахунов, Ҡара диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән, йәш сағында Украинаның баш ҡалаһы Киевта хәрби училище тамамлаған.
Башҡортостан башлығы Ватанды һаҡлаусылар көнө уңыйынан залдағыларҙы тәбрикләү телмәрендә лә Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының бойондороҡһоҙлоғон таныуға ҡағылды.
Ватанды һаҡлаусылар көнөндә Шайморатов ордены кавалерҙарын бүләкләү республикала күркәм йолаға әйләнә бара. Быйыл республиканың дәүләт наградаһы 8 кешегә тапшырылды. Башлыса улар утты-һыуҙы кискән ир-егеттәр. Мәҫәлән, Өфө гарнизоны хәрби комменданты, майор Валентин Солодовник Сүриә ғәрәп республикаһында террорсыларға ҡаршы ҡаты бәрелештәрҙә, махсус операцияларҙа ҡатнашҡан. Көнсығыш Гута ҡалаһында ут аҫтынан тыныс халыҡты алып сыҡҡан.
Бүләкләнеүселәр араһында хәрбиҙәр генә түгел, аҡ халатлылар ҙа бар. Шуларҙың береһе гүзәл зат вәкиле. Исеме лә Гүзәлиә. Өфөнөң 2-се стоматология поликлиникаһында теш табибы булып эшләй. Былтыр йылы яҡтан ялдан ҡайтышлай ҡаһармалыҡ ҡыла. Һауала осҡан самолет салонында йөрәге туҡтаған ике йәшлек сабыйҙы терелтеп, ғүмерен һаҡлап ҡалыуға өлгәшә.
Шайморатов ордены кавалерҙары билдәләүенсә,батырлыҡ нигеҙе фиҙаҡәрлек. Ватаныбыҙҙа тыныслыҡ, илебеҙҙә үҫеш булһын өсөн һәр кемдең үҙ урынында бурысын теүәл үтәүе мөһим.
Рафиҡ Әхмәтшин