Хәйбулла районында көслө заттар тиҙлеккә һәм етеҙлеккә көс һынашты. «Зарница» хәрби-патриотик уйыны биш ғәскәрҙә хеҙмәт итеүселәрҙе берләштерҙе. Район үҙәге спорт мәктәбендә уҙғарылған бәйге Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналды. Ентекләберәк киләһе яҙмала.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтӘхмәт Хәмиҙуллин әле запастағылар эскәмйәһендә ултырһа ла, ярышта көсөн һынап ҡарарға һәр саҡ әҙер. Уның биш тиҫтә йыл элек Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүе тураһында төрлө наградалар хәтерләтә. Әхмәт Хәмит улы күп йылдар Мәскәүҙә үткән Хәрби парадта ла ҡатнашҡан.
Төрлө ғәскәрҙәр араһында «Зарница» хәрби-патриотик уйыны тәүгә ойошторола. Диңгеҙ флоты, сик һаҡсылары, десантсылар һәм ракетасылар етеҙлектә көс һынашты. Элекке һалдаттар автоматты йыйып-һүтеү, противогаз кейеп йүгереү кеүек ярыштарҙа ҡатнашты.
Бәйгегә былтыр хәрби уҡыу-ялан йыйындары үткән мобилизация резервы вәкилдәре лә саҡырылғайны. Район хакимиәте уларҙы Рәхмәт хаты менән бүләкләп, ир-егеттәрҙе байрам менән ҡотланы.
«Зарница» уйынында ҡатнашыусылар әрме тормошон хәтергә төшөрҙө. Сараның еңеүсеһе тип ракета ғәскәрҙәре билдәләнде. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы полиция, һауа-десант ғәскәрҙәре алды. Шәхси беренселектә яҡшы һөҙөмтә күрһәтеүселәр ҙә бүләкһеҙ ҡалманы.
Әлфинә Килдейәрова