"Башҡортостан" милли паркында глэмпингтар комплексы булдырыла

Ошо маҡсатта 2 миллион ярым һум тотонола. Туризм буйынса федераль агентлыҡ грант биргән. Тағы ла 750 мең һумды инвесторҙар өҫтәй. Тирмә рәүешендәге 6 глэмпинг Нөгөш һыуһаҡлағысы ярында урынлаша. Уларҙың һәр береһе иң күбе 36 кешегә иҫәпләнә.