Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Муса Гәрәев исемендәге Өфө кадет мәктәбе республикала уҡыусыларҙы юғары хәрби-авиация уҡыу йорттарына әҙерләгән берҙән-бер учреждение. Мәктәптә уҡыусылар парашют-десант әҙерлеге үтә, әле унда 323 кадет белем ала. Уҡыу 4 йыл дауам итә. “Уҡыу йорто Рәсәй армияһына офицерҙар әҙерләүгә тос өлөш индерә, 2024-се йылда мәктәптә ремонт башлайбыҙ, ул 2026-сы йылға тиклем барасаҡ”, тине Радий Хәбиров.