Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар һаны әкренләп кәмей башланы

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы тәүлектә 4 мең 196 кешелә инфекция булыуы раҫланған. Бөгөнгә стационарҙа 311 пациент ҡала, уларҙың 37-һе ауыр хәлдә. Амбулатор шарттарҙа 42 меңдән ашыу сирле дауалана. Бер тәүлек эсендә 18 кешенең ғүмере өҙөлгән. Пандемия башланғандан алып, 5 меңдән ашыу яҡташыбыҙ вафат булған.