Өфөнөң 74-cе мәктәбендә Чечня һуғышында һәләк булыусыларға таҡтаташ асылды

Өфөнөң 74-cе мәктәбендә Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Чечен республикаһындағы хәрби бәрелештәрҙә һәләк булыусыларға таҡтаташ асылды. «Ҡыҙыу нөктә»ләрҙә ғүмере өҙөлгән Руслан Ғилфанов менән Дмитрий Тепловтың исеме үҙҙәре тамамлаған белем усағында мәңгеләштерелде. Бынан тыш мәктәптә патриотик митинг ойошторолдо, уҡыусылар өсөн асыҡ дәрес үткәрелде. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бер минутлыҡ тынлыҡ менән Чечен республикаһында һәләк булған егеттәрҙе иҫкә алыусылар берсә ғорурлыҡ, берсә һағышлы хистәр кисерә. Өфөнөң 74-cе мәктәбен тамамлаған Руслан Ғилфанов менән Дмитрий Теплов үҫмер саҡтан уҡ ҡыйыулығы һәм ышаныслығы менән айырылып торҙо, ти хәрбиҙәр. Ватанды һаҡлаусылар көнөндә уларҙың иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Патриотик сарала һәләк булған егеттәрҙең яҡындары, хәрби ойошма вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.

Хәрби бурысын үтәп тыуған яғына кире әйләнеп ҡайтмаған һалдаттарҙың иҫтәлегенә патриотик шиғырҙар, йырҙар яңғыраны, хәрбиҙәр улар хөрмәтенә залп бирҙе.

Хәрби-патриотик сараның икенсе өлөшөндә мәктәп музейында малай-ҡыҙҙар өсөн асыҡ дәрес ойошторолдо. «Ҡыҙыу нөктә»ләрҙә ҡатнашыусылар илһөйәрлек хистәре менән уртаҡлашты, ҡыҙыу нөктәләрҙәге бәрелештәрҙе иҫкә алды.

Тарихи экспонаттарҙың байтаҡ өлөшөн Советтар Союзы Геройы, летчик Георгий Мушниковтың әйберҙәре тәшкил итә. Мәктәп етәкселеге уларҙы һаҡлап, балаларҙы уҡытыуҙа файҙалана, тарих дәрестәрендә күрһәтә.

Илһөйәрлек тойғоһо бала саҡтан тәрбиәләнә, шуға ла 23 февралдә ойошторолған саралар патриотик тәрбиәнең мөһим өлөшө булып тора. Малай-ҡыҙҙар геройҙар тураһында белеп үҫкәндә хәтер мәңгелек.

Флорида Ким