Украиналағы сәйәси хәлгә бәйле Өфөнән Дондағы Ростов һәм Краснодарға осоштар ваҡытлыса туҡтатылды

2 мартҡа тиклем рейстар кисектерелә, тип хәбәр итәләр “Өфө” халыҡ-ара аэропортынан. Алдан һатып алынған билетҡа аҡсаны ҡайтарыу өсөн авиакомпанияларға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бөгөнгә Рәсәйҙең көньяҡ ҡалалары аэропорттары эшмәкәрлеге ваҡытлыса туҡтатылған.