Радий Хәбиров Үзбәкстандың Рәсәйҙәге тулы хоҡуҡлы илсеһе Ботиржон Асадов менән осрашты

Ике төбәк араһында хеҙмәттәшлекте нығытыу буйынса фекер алышыу булды. 2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан һәм Үзбәкстан араһында тауар әйләнеше 113 миллион долларға еткән. Был күрһәткес һуңғы йылдарҙа ике тапҡырға яҡшырған. Осрашыуҙа нефть, газ һәм химия, ауыл хужалығы тармаҡтарында хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкинлектәре ҡаралды. Гуманитар өлкәлә, мәғариф һәм мәҙәниәт йүнәлешендә лә ике төбәк араһында электән яҡшы мөнәсәбәттәр һаҡлана. Ботиржон Асадов әйтеүенсә, Башҡортостан делегацияһының Үзбәкстанға рәсми сәфәрен ойоштороу буйынса әҙерлек алып барыла.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт