Бынан тыш, республика биопрепараттар, ашламалар, киптерелгән һөт, көнбағыш майы һәм ит продукцияһы һатыуҙы ла арттырыу мөмкинлеген ҡарай. Был турала Радий Хәбиров Үзбәкстандың Рәсәйҙәге илсеһе Ботиржон Асадов менән осрашыуҙа белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтУнда ике яҡ араһындағы хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм тауар әйләнешен арттырыу тураһында һүҙ барҙы. Әле Үзбәкстан менән Башҡортостан араһындағы сауҙа күләме 113 миллион долларға етте. Был йәһәттән Урта Азиялағы ил Ҡаҙағстан һәм Белоруссиянан ҡала өсөнсө иҡтисади партнер.
Беҙҙән экспортҡа химия сәнәғәте продукцияһы, металл һәм машиналар эшләү тауарҙары китһә, сит илдән республикаға аҙыҡ-түлек, транспорт саралары, текстиль оҙатыла. Киләсәктә кооперация өлкәләрен тағы ла киңәйтеү мөмкинлеге ҙур.