Ауылдарҙы газ менән тәьмин итеү буйынса федераль программа уңышлы тормошҡа ашырыла

Уға ярашлы, төбәктә газ үткәреү өсөн шәхси йорт хужалары ташламалар менән файҙаланырға хоҡуҡлы. Быйыл күләмле программаны тормошҡа ашырыу өсөн 50 млн һум аҡса йүнәлтелде. Өфө районы буйынса зәңгәр яғыулыҡты үткәреүҙе һорап көнөнә 15-ләп ғариза ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Лебяжий ауылында йорт һалған Исмәғилевтар был көндө түҙемһеҙләнеп көтөп алған. Ун йыл элек төҙөлә башлаған йортҡа, ниһайәт, зәңгәр яғыулыҡ үткәрелде. Газ үткәреүгә улар декабрҙә ғариза яҙған һәм дәүләт программаһы буйынса ихатаға тиклем торбалар бушлай үткәрелгән. Һөҙөмтәлә күп бала тәрбиәләүсе ғаилә 20 мең һум аҡсаһын экономиялаған.

Зәңгәр яғыулыҡ үткәреүҙе һорап ғариза ҡабул ителгәс ойошма хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре килеп ҡоролмаларҙы тоташтыра. Улар техниканы хәүефһеҙлек талаптарына ярашлы көйләп, йорт хужалары менән инструктаж үткәрә. Шәхси йорттарҙы газ менән ташламалы хаҡ буйынса тәьмин итеү Ил президенты тәҡдиме буйынса ғәмәлгә ашырыла.

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм инвалидтарға, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға, күп балалы ғаиләләргә газды түбәнерәк хаҡҡа үткәреү өсөн сертификаттар тапшырыла. Программа буйынса газ селтәренә тоташыу өсөн 60-тан 100 мең һумға тиклем аҡса бүленә.

Республика йорттарын зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеү бөгөн 83 процентҡа тиклем үтәлгән. Федераль программаға ярашлы, 2025 йылға тиклем башҡа йорттарҙы ла газлы итеү бурысы ҡуйылған. Был дәүләт тарафынан ҡаралған өҫтөнлөклө социаль маҡсаттарҙың береһе булып тора.

Флорида Ким