Бөгөн сәфәр алдынан Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле матбуғат конференцияһы ойошторҙо. Ижади коллектив ижади эшмәкәрлеге, киләсәккә ҡуйған бурыс-маҡсаттары менән уртаҡлашты. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЛегендар балетмейстр Фәйзи Ғәскәров сәхнәләштергән хореография композицияһы нисәмә йыл сәхнә түренән төшмәй. «Биҙрә менән» боронғо бейеү тәү сиратта милли кейем өлгөләре менән хайран итә. Әйткәндәй, тиҙҙән тамашасы бейеүсе ҡыҙҙарҙың яңыртылған костюмдарҙа сығыш яһауын күрә аласаҡ.
Сәхнә костюмындағы милли биҙәүестәр элеккеһенән бер ҙә ҡайтыш түгел. Улар шау көмөш тәңкәләрҙән һәм ысын мәрйендәрҙән тора. Күләмле эште баш ҡала ательеларының береһендәге оҫта Гүзәл Ғәлимова башҡарған. Ғөмүмән, ансамбль репертуарындағы тиҫтәләп бейеү костюмдары республика башлығы ярҙамында яңыртылған. Әйткәндәй, илдең баш ҡалаһында коллектив тулы составта сығыш яһар тип көтөлә. Шул иҫәптән гастролгә 17 кешенән торған ансамбль оркестры ла барасаҡ.
Ғәскәровсылар ансамбль ветерандары менән артабан да тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүен белдерҙе. Күптән түгел, оҫталыҡ дәрестәрен Башҡортостандың халыҡ артисы Айытбай Фәйзуллин үҙе алып барған. Ә инде Мәскәү сәхнәһендә ансамбль 28 февралдә сығыш яһағандан һуң, артабан сәфәр Йошкар-Ола һәм Яр Саллы ҡалаларында дауам итәсәк. Март-апрель айҙарында Башҡортостан район-ҡалалары буйлап гастролгә сығыу ҡаралған.
Азат Ғәлиуллин