Бәлә бөтөнләй көтөлмәгән урындан килде

«Салауат Юлаев» клубының 20 йәшлек уйынсыһы Родион Әмировтың баш мейеһендә шеш барлығы асыҡланды. Ҡурҡыныс диагноз тураһында иң беренсе «Торонто»нан хәбәр иттеләр. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр яҡташыбыҙ Канада клубы менән контракт төҙөгәйне, шуға ҡарамаҫтан ҡуртым хоҡуғында ул ике йыл дауамында юлаевсылар составында сығыш яһаясаҡ. Әле Родион Германияла беренсе химия терапияһы үткән.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Был Родион Әмировтың иң матур голдарының береһе. «Сочи» ҡапҡаһы артында ул шайбаны сәкәненә һалып Лакрос стилендә уңышҡа ирешә. Бындай оҫталыҡ менән бик һирәк уйынсылар ғына маҡтана ала. Родиондың талантлы булып үҫеүенә уның ата-әсәһе ҙур тырышлыҡ һала. Хоккей менән шөғөлләнгән улдарын улар көн һайын Ишембайҙан Салауатҡа йөрөтә.

Хәҙер Ишембайҙа ла хоккей менән шөғөлләнергә мөмкинлек тыуҙы. Былтыр республика етәкселеге ярҙамы менән ҡалала боҙ һарайы сафҡа инде. Тәүгеләрҙән булып спорт объектын юлаевсылар һынап ҡараны. Родион Әмировтың ҡайтыуы көйәрмәндәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Родион Әмиров Континенталь хоккей лигаһында тәүге уйынын 2019 йылдың сентябрендә үткәрә. Был ваҡытта уға 17 йәш кенә була. Көслө яҡташыбыҙ киләһе йылға Рәсәй йыйылма командаһына саҡырыу ала. Һөҙөмтәлә ул Карьяла кубогында өс тапҡыр уңышҡа өлгәшә.

Родион өсөн быйылғы миҙгел уңышһыҙ башланды. Башҡортостан Кубогы турнирында ул башы менән бортҡа бәрелә. Күп тә үтмәй ул умрау һөйәген һындыра. Йүнәлеп сыҡҡан хоккейсы менән сентябрь аҙағында йәнә шул уҡ хәл ҡабатлана. Был юлы боҙға ул декабрь башында ғына ҡайта. Әммә «Метталург» менән уйындан һуң Родион үҙен насар тойоуы тураһында белдерә. Һөҙөмтәлә Германиялағы тикшереү һөҙөмтәләре яҡташыбыҙҙың баш мейеһендә шеш барлығын күрһәтә. Бындай осраҡта белгестәр ҡурҡыныс диагноз хөкөм ҡарары түгел тигән фекерҙә.

Хоккей тарихында яман шештән дауаланып, спорт карьераһын уңышлы дауам итеүселәр етерлек. Шул уҡ Марио Лемье, Брайан Бойл һәм Дмитрий Юдин кеүек билдәле хоккейсылар ҡурҡыныс диагноздан һуң конькиға баҫҡан. Родион Әмиров та Аллаға ышаныу ҡаршылыҡтарҙы йырып сығырға көс һәм ышаныс бирә тип белдергән.

 «Үҙем дә, эргәмдәге кешеләрҙең дә позитив кәйеф һаҡлауын теләйем. Донъяла был сир менән күҙмә-күҙ осрашҡан кешеләр күп. Һәм мин үҙ миҫалымда ышаныстың юғалмауын иҫбатлағым килә. Бер ҡасан да бирешергә ярамай. Һин тормош юлында осраған барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы еңә алаһың»

Әле юлаевсылар «Торонто» клубы менән берлектә Родион Әмировҡа бар яҡлап та ярҙам күрһәтә. Ошондай ауыр осраҡта ла яҡташыбыҙ күнекмәләрен ҡалдырмай. Табиптар ризалығы менән ул Германияла аҙнаһына өс тапҡыр залға йөрөй. Родион оҙаҡламай профессиональ хоккейға әйләнеп ҡайтыу маҡсаты менән яна.

Илдар Байбулатов