Торатау итәгендә – Олимпиада уйындары

Башҡортостандың туризмды үҫтереү үҙәге башланғысында Ишембай районында милли колоритлы ярыштар үтте. Ерлектәге ярыштар сиктәрендә кескәйҙәр ҡышҡы спорт төрҙәрендә көс һынашты, байрамда ҡатнашыусылар өсөн күңел асыу программаһы ла әҙерләнгәйне. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Мылтыҡ урынына – уҡ-һаҙаҡ, ә профессиональ спорт костюмдарҙы милли кейем алмаштыра. Шихан итәгендә уҙған «Торатау Олимпик» сараһы сиктәрендә ойошторолған биатлонда егет-ҡыҙҙар үткерлектә көс һынаша. Ябай түгел, ә ерлек үҙенсәлектәре менән.

Бында үткерлек һәм тиҙлек роль уйнай. Биатлонда йәш буйынса бүленгән бер нисә төркөм сығыш яһай, егет- ҡыҙҙар айырым. Беренсе урынға лайыҡ булыусы кескәй спортсыға 5 мең һум күләмендә аҡсалата приз тапшырылды.

Уҡтан атыу, ҡарҙа футбол уйнау. Үҙенсәлекле төбәк олимпиадаһында район халҡы һәм ҡунаҡтары төрлө спорт төрҙәрендә ярышты. Милли уйындар ҙа ситтә ҡалманы. Әтәйек, «Зарина йөҙөгө» тип аталған бәйгелә балдаҡ аша уҡ үткәрә алған йылғырға алтын биҙәүес бүләк ителде. Байрам майҙанында башҡорт, рус, сыуаш, татар халыҡтары вәкилдәре сығыш яһаны.

Торатау итәге сәхнә түрендә сығыш яһаған эстрада йондоҙҙарының йырҙарынан гөр килде. Йыйылыусылар бейеп күңел асты, эҫе сәй менән һыйланды.

Рәзилә Ғиниәтуллина