Президент Владимир Путин Донбасс республикалары башлыҡтарының мөрәжәғәте нигеҙендә махсус хәрби операция башлау тураһындағы ҡарарҙы раҫланы. Донецк менән Луганск халыҡ республикалары башлыҡтары Рәсәйгә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. «Махсус хәрби операцияның маҡсаты һигеҙ йыл дауамында Киевтағы радикаль милләтсе режим ҡыҫымы аҫтында йәшәгән халыҡты яҡлау», – тине Президент төнгө телемөрәжәғәтендә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРәсәй Украинаны баҫып алыу маҡсаты ҡуймай. Хәрби операция илде ҡоралһыҙландырыу һәм ошо рәүешле тыныслыҡ урынлаштырыу ниәте менән башҡарыла. Эксперттар әйтеүенсә, Төньяҡ-Атлантика хәрби блогының быға тиклемге килешеүҙәре ни бары күҙ буяу өсөн эшләнде һәм дипломатия юлы менән хәүефһеҙлек мәсьәләләрен хәл итеү мөмкинлеге ҡалманы.
Ҡораллы көстәрҙә хеҙмәт итеү тәжрибәһе булған яҡташтар Донбас мәсьәләһен хәрби операцияһы хәл итеү мөмкинлеге ҡалмағайны тигән фекерҙә. 8 йыл дауамында Киевтағы режим Минск килешеүҙәренә ҡолаҡ һалманы, НАТО һәм Ҡушма штаттар ярҙамында ҡораллы көстәрен нығытты. Белгестәр фекеренсә, бындай хеҙмәттәшлек илебеҙ именлегенә хәүеф тыуҙыра.