Луганск халыҡ республикаһында Рәсәй геройы, 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовты иҫкә алыу саралары үтте.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтХалҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, 1943 йылдың 23 февралендә дошман тылына тәрән рейдтан сығышлай элекке Ворошиловград өлкәһе, хәҙерге Луганск халыҡ республикаһының Штеровка ауылы янында башын һала.
Яуҙаштары менән ул Петровское ҡалаһының туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. Ватанды һаҡлаусылар көнөндә Штеровка ауылы һәм Петровское ҡалаһында халҡыбыҙҙың батыр улын иҫкә алыу митингтары үтте. Сараларҙа Башҡортостан делегацияһы вәкилдәре лә ҡатнашты.