Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, халыҡҡа ярҙам күрһәтеүҙә 2 мең ярымдан ашыу студент һәм ординатор ҡатнаша. Мәҫәлән, ординаторҙар беренсе звеноға, шулай уҡ стационар һәм ковид-госпиталдәргә эшкә урынлаштырылған. Йәш белгестәрҙең бер төркөмө ашығыс медицина ярҙамы станцияһында эшләй. Наҙгөл Ҡолдәүләтова ординатор профпатолог, әле ул Өфөнөң 43-сө поликлиникаһында участка терапевы.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтИлүзә Корнилова ординатор-теш табибы. Ул баш ҡаланың 9-сы стоматология поликлиникаһында эшләй. “Көстәрҙе берләштерҙек. Халыҡты ғәҙәти тәртип буйынса ҡабул итәбеҙ”, - ти йәш белгес. “Бындай ҡатмарлы осорҙар оператив ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәтә. Тиҙлекте һәм оҫталыҡты арттыра”, - ти ул.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт