Әле сифатлы һәм файҙалы ризыҡтарҙы 26 мең тирәһе кеше ала. Республиканың төрлө төбәктәрендә 150 таратыу пункты эшләй. Системаны төбәктең ғорурлығы тип әйтергә мөмкин. Башҡортостан башлығы был турала бөгөн Өфөнөң балалар һәм диета туҡландырыу үҙәгенә эш сәфәре барышында белдерҙе. Мәғариф учреждениеларын хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнгән комбинат эшмәкәрлеге хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтҮҙәктә санитар талаптар бөтәһенә лә ҡаты. Балалар туҡландырыуы тураһында һүҙ барғанда сифат, таҙалыҡ, тәртип тәү урынға ҡуйыла. Хатта цехтарҙа бешерелгән аҙыҡты мәғариф учреждениеһына минуты, секунды менән теүәл алып барып еткереү мотлаҡ.
Үҙәктә баш ҡаланың балалар баҡсалары һәм мәктәптәре өсөн ризыҡ бешерелә йәки ярымфабрикаттар әҙерләнә. Балалар аҙығы өсөн урындағы етештереүселәрҙең юғары сифатлы продукцияһы ҡулланыла.
Хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, менюны табип диетологтар төҙөй. Аш-һыу төрлөләндерелгән һәм файҙалы булырға тейеш. Сөнки үҫеп килгән организмдың витаминдарҙы тулы кимәлдә алыуы шарт. Ашнаҡсылар фекеренсә, балалар ризығын әҙерләү яуаплылыҡ та, яратып эшләү ҙә талап итә.
Өфө балалар туҡланыуы һәм диета үҙәгенең һөт кухняһы ла бар, ул әлеге ваҡытта ике структуранан тора. Бында балалар өсөн һөт ризыҡтарының бер нисә төрө әҙерләнгән. Продукция мәғариф учреждениеларында аҙнаһына ике тапҡыр бирелә. Радий Хәбиров билдәләүенсә, һөт кухнялары-республиканың ғорурлығы.
Өфө туҡландырыу үҙәге заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған, бында сифатлы аҙыҡ-түлек әҙерләү өсөн тулы шарттар бар. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа ата-әсәләрҙең мәғариф учреждениеларында туҡландырыуға бәйле ялыуҙары кәмей. Һөт кухнялары продукцияһын ҡулланыусылар ҙа арта. 2020 йылда Владимир Путиндың указына ярашлы мәктәп ашханаларында башланғыс синыф уҡысылары бушлай ашатыла башланы.
Рәмзиә Кәримова