Өфөлә инвестор Ағиҙел йылғаһы буйлап экскурсия ойошторорға ниәтләй

Аҡ елкәндәр аҫтында. Өфөлә инвестор Ағиҙел йылғаһы буйлап экскурсия ойошторорға ниәтләй. Туристик проектты тормошҡа ашырыу 230 миллион һумға баһалана. Был турала Радий Хәбиров етәкселегендә үткән сираттағы «Инвестиция сәғәте»ндә билдәләнде. Тәүге этапта маршрут Салауат Юлаев һәйкәленән алып Сипайлово биҫтәһенә тиклем үтәсәк.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Йылғаға биш судно ебәрелә, утыҙға яҡын яңы эш урыны булдырыу ҡаралған. Тәүге рейстар быйылдан башлана. Шулай уҡ инвестор һыу өҫтөндә йөҙөүсе өс йөҙ урынлыҡ ресторан төҙөү мөмкинлектәрен дә ҡарай. Төбәк етәксеһе проектты хуплап, Башҡортостандың туризм буйынса дәүләт комитетына социаль категория граждандарға экскурсиялар ойоштороу буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.

Бынан тыш, билеттар милли стилдә биҙәлгән визит-үҙәктәрҙә һатылырға тейеш. Ошондай комплекстар төҙөлөшөн республика үҙ өҫтөнә алыуы билдәләнде.

Өфөлә тормошҡа ашырыуға планлаштырылған тағы бер проект – эре панелле йорт төҙөлөшө өсөн кәрәк-яраҡ етештереү. Инвестияциялар күләме 653,5 миллион һум. Йылына 50 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлөшөнә материалдар етештереү ҡаралған.

Киләсәктә был күрһәткес өс тапҡырға артасаҡ. 120 яңы эш урыны булдырыла. Башҡортостандың инвестиция комитеты проектҡа өҫтөнлөклө статус биреүҙе хупланы. Уға ярашлы һалым ташламалары ҡаралған.

Гөлназ Хәйбуллина