Уҙған тәүлектә Өфөләге күп ҡатлы йорттарҙан ҡар төшөп 3 автомобилгә зыян килгән

Боҙбармаҡтарҙан һәм ҡар өйөмдәренән йәрәхәтләнеү осраҡтарын кисектереү өсөн рейдтар ойошторола. Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге инспекторҙары ҡыйыҡтарҙы таҙартыу өсөн яуаплы ойошма етәкселерен иҫкәртеп, тикшереү үткәрә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Йорт ҡыйыҡтарындағы ҡарҙы таҙартмаған ойошма етәкселеге ҡыш дауамында күп тапҡыр иҫкәртеү алһа ла, «Трио» торлаҡ милекселәре ширҡәте рәйесе хәүефһеҙлек талаптарын үтәргә ашыҡмай. Степан Кувыкин урамындағы күп ҡатлы йорттан ҙур ҡар өйөмдәре һәм боҙмармаҡтар ишелеп төшкән осраҡта кешеләр йәрәхәтләнеүе йәки машиналар зыян күреүе ихтимал.

Һуңғы 20 йыл эсендә бында ҡар ишелгән осраҡ булманы, шуға ла борсолаһы түгел. Ҡыйыҡтарҙа махсус ҡоролмалар ҡуйылған, ҡар иреп ағып төшәсәк.

Дмитрий Гладков, «Трио» торлаҡ милекселәре ширҡәте рәйесе

Баш ҡалала ҡар ишелеп төшөп күңелһеҙ осраҡтарҙы кисектереү маҡсатында рейдтар ойошторола. Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре идарасы ойошма вәкилдәре менән аңлатыу эштәре алып бара, кәрәк осраҡта административ язаға тарттырыу өсөн документтар туплай.

Уҙған тәүлектә түбәләрҙә йыйылған ҡар ишелеп Өфөлә өс автомобилгә зыян килгән. Шуға ла хәүефле осорҙа йорттар эргәһенә яҡын бармаҫҡа, машиналарҙы ҡар төшөрлөк урынға ҡуймаҫҡа кәрәк.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре урамдарҙы ҡарҙан һәм түбәләрҙе боҙбармаҡтан таҙартыу буйынса эш алып бара, әммә бөтә объекттарҙы тәртипкә килтереү өсөн ваҡыт кәрәк. Граждандарҙың именлеген тәьмин итеүсе ойошма вәкилдәре бейек биналар эргәһенән үткән саҡта иғтибарлы булырға кәңәш итә.

Флорида Ким