Өфөлә хәрби бәрелештәр ветерандарының социаль хәле, проблемалары ҡаралды

Хәрби бәрелештәр ветерандарының социаль хәле, проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай комитетының түңәрәк өҫтәлендә өйрәнелде.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Онлайн кәңәшмәлә Һаулыҡ һаҡлау, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау , Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлыҡтары, ветерандар ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Улар хәрби бәрелештәр ветерандарына социаль ярҙам күрһәтеү, медицина хеҙмәтләндереүе, бушлай ер участкалары бүлеү мәсьәләләрен барланы.

Был проблемалар бер бөгөн генә ҡалҡып сыҡманы. Дәүләт ветерандарға тейешенсә иғтибар бирә. Әммә тормош та алға бара һәм хәрбиҙәрҙең да йәше арта, сәләмәтлеге ҡаҡшай, ғаилә мәшәҡәттәре, торлаҡ мәсьәләләре барлыҡҡа килә. Бөгөн ошо проблемаларҙы туплап үҙ ваҡытында илде һаҡлау өсөн һаулығын, ғүмерҙәрен йәлләмәгән ветерандарға ярҙам күрһәтеү мотлаҡ. Беҙҙең хәрбиҙәр, буласаҡ һалдатар ҙа дәүләт үҙ халҡын проблемалар менән яңғыҙ ҡалдырмаясағын аңларға тейеш.

Салауат Харасов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай комитеты рәйесе

Айнур Кәбиров