Селфи-зона, театр һәм арт-киңлекте берләштергән заманса уҡыу майҙансығы

Өфө районы Дмитриевка ауылында капиталь ремонттан һуң китапхана асылды. Төҙөкләндереү эштәре ярты йыл дауам иткән. Яҡынса дүрт миллионлыҡ финанс сығымдар тулыһынса муниципаль бюджеттан ҡапланған.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бинаны ҡайтанан планлаштырыу барышында ул күп функциялы итеп үҙгәртелгән. Ижади дәрестәр, йәштәр һәм балалар өсөн айырым залдар ҡоролған, мебель тулыһынса яңыртылған. Видео-конференциялар ойоштороу, фильм күрһәтеү өсөн мультимедия ҡорамалдары һатып алынған. Бынан тыш, китапханала «бәләкәй театр» түңәрәге эш башлаясаҡ.

Китапхана 1956 йылда төҙөлгән, быға тиклем капиталь ремонт эшләнгәне булмаған. Заманса төҫ алған майҙансыҡта уҡыусылар һаны артыр тип көтәбеҙ. Фонд өлөшләтә яңыртылды, кәштәләрҙә ун биш меңгә яҡын әҙәби һәм фәнни баҫма иҫәпләнә.

Татьяна Шәйәхмәтова, Өфө районының биләмә-ара үҙәк район китапханаһы директоры

Гөлназ Хәйбуллина