Башҡортостанда өлкәндәрҙе һәм балаларҙы диспансер тикшереү тергеҙелде

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул Сovid-19 буйынса хәлдең тотороҡһоҙ булыуына бәйле туҡтатылғайны. Был граждандарҙың айырым категорияларын диспансер тикшереү, шулай уҡ көндөҙгө стационар шарттарҙа медицина ярҙамы күрһәтеүгә лә ҡағыла.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ҡарар коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау буйынса Радий Хәбиров етәкселегендәге республика оператив штабы ултырышында ҡабул ителде. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Диспансер тикшереү тергеҙелеүен ишеткәс тә Альберт Ғиләжетдинов йәшәү урыны буйынса поликлиникаға мөрәжәғәт итә. 65 йәшен ҡыуған замандашыбыҙ пенсияға тиклем Кемеров өлкәһендә шахтер булып эшләгән. Шуға ла йыл да һаулығын ҡайғыртып медицина тикшереүен үтә.

Альберт Әхмәт улы бер-нисә белгестә булды. Тәү сиратта йөрәк-ҡан-тамырҙары һәм үпкә торошона иғтибар бүленде. Ковид менән сирләү эҙһеҙ үтмәгән. Дауаланырға өҫтәмә кәңәштәр бирелде. 18-се ҡала клиник дауаханаһының 1-се поликлиникаһында, ғөмүмән, сират күҙәтелмәй. Шулай ҙа диспансер тикшереү эш башлауға ике көн үтеүгә ҡарамаҫтан, тиҫтәләрсә кеше мөрәжәғәт итеп өлгөргән.

Диспансер тикшереү 18-39 йәшлектәргә – өс йылға бер тапҡыр, 40 йәштән өлкәндәргә йыл һайын уҙғарыла. Күләмле сараның маҡсаты ауырыуҙарҙы һәм төрлө хроник сирҙәрҙе ваҡытында асыҡлау. Сирҙе бит дауалауға ҡарағанда иҫкәртеүең хәйерлерәк.

Азат Ғәлиуллин