Иглиндә Украинанан эвакуацияланған граждандарға гуманитар ярҙам ойошторолдо

Иглин районында «Берҙәм Рәсәй» партияһынан Донецк һәм Луганск республикаларынан эвакуацияланған граждандарға гуманитар ярҙам ойошторолдо. Иглинда йәшәүселәрҙе ирекмәндәр ваҡытлыса ауырлыҡ кисереүселәргә ярҙам ҡулы һуҙырға саҡырҙы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Район халҡы бер төптән «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Беҙҙең хәстәрлек» штабына оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек, йылы кейем-һалым, постель һәм гигиена өсөн кәрәк-яраҡтар алып килде. Иң тәүгеләрҙән булып хәйрийә акцияһына эшҡыуар Анна һәм Ғәсимйән Ғәлиуллиндар ғаиләһе ҡушылды.

Килеп тыуған хәлдә, беҙ ҡатыным менән кәңәшләшкәндән һуң, үҙебеҙҙең гражданлыҡ бурысыбыҙҙы үтәргә булдыҡ. Иглинда гуманитар ярҙам күрһәтеү пункты хаҡында ишетеү менән ярҙамға ашыҡтыҡ. Беҙ бәләгә тарыған кешеләргә ҡулдан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙҙыҡ. Ситтә ҡалманыҡ.

Ғәсимйән Ғәлиуллин, эшҡыуар

Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан эвакуацияланған халыҡҡа гуманитар ярҙам күрһәтеү штабы Өфөлә берҙәм Рәсәй партияһының төбәк бүлексәһендә Цюрупа урамы 17 адресы буйынса урынлашҡан. Муниципаль берәмектәрҙә ярҙам партияның район бүлексәләрендә ҡабул ителә.

Гүзәл Борханова