2022 йылға аныҡ маҡсаттар ҡабул ителде. Эшһеҙлек кимәле 1993 йылдан алып иң түбән булыуы – тармаҡтың иң төп ҡаҙанышы. Бөгөнгө тиҙ үҙгәреүсән һанлы технологиялар дәүерендә хеҙмәт баҙарындағы хәлдәрҙе оператив рәүештә контролдә тотоу көн талабы.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡортостанда эш биреүселәрҙең 13 меңдән ашыуы «Рәсәйҙә эш» дөйөм һанлы платформала үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәре хаҡында мәғлүмәт урынлаштырған. «Быйыл ғинуарҙан эш биреүселәр ике яңы формала отчет бирәсәк. Унда предприятие ябылыуы, эшселәр һанын кәмеүе, тулы булмаған эш көнө, дистанцион эште ойоштороу хаҡында мәғлүмәт тултырыла», – тине тармаҡ министры.
Европа кимәлендәге пансионат төҙөүҙе планлаштырабыҙ. Инвалидтарҙы социаль һәм хеҙмәт интеграцияһы өсөн мультиүҙәккә бина реконструкциялана. Яңы идеялар халыҡтың тормошон яҡшыртыу өсөн башҡарыла.
«8 cәғәт эсендә өлгөрөргә» оҫталыҡ дәрестәрендә тармаҡ хеҙмәткәрҙәре тайм-менеджмент нигеҙҙәренә төшөнәсәк, ваҡытты дөрөҫ бүлергә һәм ресурстарҙы экономияларға өйрәнәсәк. «Телефондан аралашыу үҙенсәлеге» нисек итеп дөрөҫ диалог ҡорорға, «Текст оҫтаһы» социаль селтәрҙәрҙә ҡыҙыҡлы текстар төҙөү серҙәренә өйрәтә. Был дәрестәрҙә теләге булған һәр кем ҡатнаша ала.
Гүзәл Борханова