Заман менән бергә. Дүртөйлө районының Һыуыҡҡул ауылындағы «Ленин исемендәге тоҡомсолоҡ заводы»нда заманса технологиялар файҙаланыу етештереү күләмен арттыра. Ауыл хужалығы предприятиеһы фермалары заманса һыйыр һауыу аппараттары, микроклиматты көйләү ҡоролмалары һәм башҡа технологиялар менән йыһазландырылған.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБыйыл Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы һәм предприятие араһында ойошманы һанлы трансформациялау буйынса килешеү төҙөлдө. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Хатта малдың да үҙ электрон «паспорты» бар. Агропредприятиела файҙаланылған «Афифарм» программаһы ярҙамында малдың торошо, быҙаулау ваҡыты, һөттөң ҡуйылығы һәм файҙалы матдәләр өлөшөн тикшерергә мөмкин. Үҙәк компьютерға мәғлүмәт һыйырҙың аяғына ҡуйылған махсус датчиктар ярҙамында тапшырыла.
Система 2021 йылдың декабрендә ҡуйылһа ла, етештереү күләме артыуы бөгөн үк күҙәтелә. Күрһәткестәр 50 башҡа иҫәпләнгән һауыу залы файҙаланыуға тапшырыу һөҙөмтәһендә лә артҡан. Тәүлегенә бында 19 мең литрға яҡын һөт һауыла. Малсылыҡ хужалығында 3 меңгә яҡын Голштин, йәки ҡара-сыбар тоҡомло һыйырҙар үрсетелә.
Предприятиела автоматика аҙым һайын, тиерлек. Һыйыр аҙбарындағы яҡтыртыуҙы һәм микроклиматты ла заманса технологиялар көйләй.
Хужалыҡты һанлаштырыу процессы техникаға ла ҡағыла. Комбайн һәм башҡа техниканы контролдә тотоу һәм иҫәпләүҙә “Автограф” программаһы роль уйнай. Спутниктар ярҙамында реаль ваҡыт режимында техниканың ҡайҙа урынлашыуын, хәрәкәт динамикаһын, эшкәртеү биләмәһен күҙәтергә мөмкин. Предприятие хужалары модернизациялауҙың даими темпын кәметмәйенсә, ойошмаға тағы ла заманса технологиялар индерергә иҫәп тота.
Рәзилә Ғиниәтуллина