Ул Өфөнән сығыу өсөн тәғәйенләнә. Был 1956 йылда төҙөлгән күперҙе 1 мартта капиталь ремонтҡа ябыу менән бәйле. Яңы үткәүелдә хәрәкәт тәртибе тураһында юл билдәләре ҡуйылған.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтСалауат Юлаев проспектынан иҫке күпергә инеү урынына бетон блоктар ҡуйылған. Ремонт эштәренә бәйле, транспорт хәрәкәтендә әллә ни ҡатмарлыҡтар тыумаҫҡа тейеш. 4 һыҙат буйынса баш ҡаланан сығырға, икенсеһе аша Өфөгә 4 һыҙат йүнәлешендә инергә мөмкин. Уның береһендә, транспорт ағымына ҡарап, реверсив хәрәкәт ойошторола.