Бөгөн Өфөнөң ветерандар советы вәкилдәре «Нур» татар дәүләт театры коллективы менән осрашты. Йәнле шарттарҙа уҙған сарала оло быуын вәкилдәре артистар менән яҡындан аралашты һәм репертуар менән танышты.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтӘле Өфөлә 300 меңдән ашыу ветеран йәшәй. Ветерандар хәрәкәтенең төп йүнәлеше әүҙем оҙон ғүмерлекте пропагандалау. Был йәһәттән республикала 2013 йылдан алып төрлө саралар даими ойошторола. Улар араһында бушлай сәйәхәт итеү, «Көмөш Өфө» матурлыҡ конкурсы, туристик фестиваль, спорт ярыштары һәм башҡалар.
Әммә пандемия менән бәйле күп кенә башланғыстар туҡтап ҡалған. Халыҡ менән яҡындан аралашыу маҡсатында ветерандар советы ижади коллективтар менән осрашыуҙарҙы тергеҙҙе. Тәүге булып улар Өфө «Нур» татар дәүләт театрына ҡунаҡҡа килде.
Оло быуын вәкилдәре менән осрашыуҙа артистар үҙҙәре менән яҡындан таныштырҙы. Хәйер, ветерандарҙың күбеһе театр коллективын күптән бүлә, бер премьераны ла ҡалдырмаҫҡа тырыша. «Нур» артистары моңло йырҙары менән һөйөндөрҙө, ә һуңынан Мансур Ғиләжевтың «Көлмәгеҙ, мин үләм» комедияһын сәхнәләштерҙе.
Илдар Байбулатов