Өфөнөң Ленин районында ушу һуғыш сәнғәте төрҙәре буйынса чемпионат старт алды

Волга дәүләт университеты базаһында ойошторолған спорт сараһының төп маҡсаты – төбәктә көнсығыш алыш сәнғәте төрҙәрен популярлаштырыу һәм сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бәйге Өфө ҡалаһы хакимиәтенең физкультура һәм спорт идаралығы һәм Башҡортостандың ушу Федерацияһы башланғысында уҙҙы. Бөгөн ушу-саньда буйынса төрлө йәш категорияларында ҡыҙҙар һәм малайҙар айырым сығыш яһаны. Иртәгә ушу-таолу буйынса күрһәтмә сығыштар үтеүе көтөлә.

Ушу-саньда буйынса беренселек Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыу йыллығына бағышланған. Сара йыл һайын ойошторола. Бәйгелә Өфө һәм Башҡортостандың башҡа ҡалаларынан килгән Федерация клубтары сығыш яһай. Чемпионатҡа Афған һуғышы ветерандары ла саҡырылды.

Ирек Зарипов, Башкортостандың Ушу федерацияһы президенты

Рәзилә Ғиниәтуллина