Ҡышҡы спорт төрҙәрен һөйөүселәр Өфөнөң Локотки ауылы янына йыйылды

«Һырғалаҡ-2022» тип аталған күләмле сарала сәләмәт тормош яҡлылар спорт һәм «Батыр фест» милли бәйгеләрендә көс һынашты. Киров районының төрлө мәктәп вәкилдәре «Зарница» хәрби-спорт уйынында ҡатнашты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ҡышҡы фестиваль Рәсәй халыҡтары йылына бағышланған. Ҡышҡы бәйгеләрҙә ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар иғтибарына концерт программаһы ла әҙерләнгәйне. Сара сиктәрендә илдә 40-сы тапҡыр ойошторолған «Рәсәйҙең саңғы юлы» бәйгеһендә төрлө йәш вәкилдәре саңғы юлына сыҡты.

Рәзилә Ғиниәтуллина