Республикала иң яҡшы бизнес-шерифтарҙы асыҡланылар

Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты коллегияһы ултырышында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Ҡалалар араһында Нефтекаманан Лилиә Петрова, райондарҙан Туймазынан Ирина Токарева һәм Ҡариҙелдән Динис Ирназаров беренсе урын алды. Бизнес-шерифтар муниципалитеттарҙа эшҡыуарҙарға ярҙам итә. Ейәнсура районы бизнес-шерифы Азамат Салауатов әйтеүенсә, һуңғы ваҡытта 20-нән ашыу кеше эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлаған. Шуларҙың береһе – Александр Дуренков. Ул ағас эшкәртеү бизнесы алып бара. Ярты гектар майҙанда төрлө ҙурлыҡта таҡта, брус, таяуҙар һәм штакетниктар етештерелә. Киләсәктә ул эшҡыуарлыҡ даирәһен киңәйтергә йыйына.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт